9 декабрь, Йома

01 июль 2010 йыл, 10:30

“Мең йыллыҡтың үҫеш маҡсаттары” конкурсына видеороликтар ҡабул ителә

автор: Любовь Колоколова

Видеороликтар төшөрөүселәрҙең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы етәкселегендә үткән “Мең йыллыҡтың үҫеш маҡсаттары” конкурсында еңеүсе булыу ихтималлығы бар. Конкурсҡа заявкалар быйыл 23 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡыҫҡаса видеосюжет әҙерләргә кәрәк, унда журналист шәхсән үҙе донъя лидерҙарына ни өсөн “Мең йыллыҡтың үҫеш маҡсаттары” кешелек өсөн шулай мөһим, тәғәйен ҡалала һәм илдә уларға өлгәшеү өсөн нимәләр эшләнеүе, шулай уҡ донъя берләшмәһенә “Мең йыллыҡтың үҫеш маҡсаттары”н тормошҡа ашырыу өлкәһендә һөҙөмтәлерәк эшләү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк.

Еңеүселәр БМО-ның Нью-Йорктағы үҙәк учреждениеларына саҡырыласаҡ, унда уларға БМО-ның Изге ихтыяр илсеһе тигән почетлы исем биреләсәк.

Конкурс тураһында ентекле мәғлүмәттәр (инглиз телендә): www.un.org/wcm/content/site/citizenambassadors/lang/en/home