Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Мәләүез районында Һуҡайлы йылғаһында яңы һыуһаҡлағыс төҙөлә

Сәйәсәт

Башҡортостандың Мәләүез районында, Петропавловка ауылы эргәһендә, Һуҡайлы йылғаһында һыуһаҡлағыс төҙөлә.

Төҙөлөш барышы менән республика буйынса эш сәфәренә сыҡҡан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов танышты. Белгестәр уға буласаҡ гидротехник ҡоролманың схемаһын күрһәтте, төп техник характеристикаларҙы атаны.

Объект Нөгөш һыуһаҡлағысы принцибы буйынса төҙөлә. Һыу ятҡылығы 13,5 миллион кубометр һыу һыйҙырасаҡ. Өҫкө майҙаны 355 гектар тәшкил итәсәк. Быуа оҙонлоғо – 460 метр. Иң ҙур тәрәнлек – 15 метр. Оҙонлоҡҡа һыуһаҡлағыс биш километрға һуҙыласаҡ.

Республика башлығы объект төҙөлөшө темптары менән ҡыҙыҡһынды. Эштәр үткән йылда башланған, һәм әлеге ваҡытта төҙөлөш тиҙлеге арта бара. Яҡын арала бында аҙна ярым ваҡыт элек Аҡһары ауылы эргәһендә, Оло Юшатыр йылғаһында һыуһаҡлағыс файҙаланыуға тапшырылған Көйөргәҙе районынан техника күсереләсәк. Мәләүез районының һыу менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итәсәк төҙөлөштө Президент шәхсән үҙе контролдә тотасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть