6 декабрь, Шишәмбе

30 июнь 2010 йыл, 17:16

«Дуҫлыҡ» кооперативында яңы иген келәте төҙөлә

автор: Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латипова

2010 йыл уңышы игенен Мәләүез районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы производство кооперативы яңы иген келәтендә һаҡлаясаҡ.  

Бөгөн төбәк буйлап эш сәфәренә сыҡҡан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов иген һаҡлағысты төҙөү барышы һәм тотош ауыл хужалығы предприятиеһының үҫеше менән ҡыҙыҡһынды.  

Иген склады – өс мең тонна иген һалыуға иҫәпләнгән ангар. Төҙөлөш аҙағына яҡынлаша.  

Көрсөк эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, “Дуҫлыҡ” ауыл хужалығы производство кооперативы бөгөн етештереү күләмен арттыра бара. Хатта балтыр, иҡтисад өсөн ҡатмарлы йылда ла, бында заманса малсылыҡ комплексы сафҡа индерелде. Яңы производство участкаһы – һөттө пакеттарға һалыу цехы эшләй башланы. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөү туҡтатылманы.  

Бынан тыш, «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы производство кооперативы яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу өсөн средстволар таба. Республика Президенты хужалыҡ етәкселеге менән ауыл хужалығы производствоһын техник йыһазландырыу, төрлө маркалы сит ил комбайндарының мөмкинлектәре һәм ышаныслылығы тураһында әңгәмә ҡорҙо. Шуны әйтергә кәрәк, Мәләүездең был предприятиеһы ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарҙы республика лизингы буйынса һатып ала.