11 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2010 йыл, 17:59

Дача миҙгеле өфөләрҙең әүҙемлегендә сағыла

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дача миҙгеле Өфө хакимиәтенең «ҡыҙыу пейджеры»на килгән мөрәжәғәттәр һанында туранан-тура сағыла. Июндә бында 126 шылтыратыу килде. Был май айындағыға ҡарағанда 46-ға кәмерәк һәм апрелдәгенән 103-кә кәмерәк.

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, мөрәжәғәттәрҙең иң күбе элеккесә Калинин районынан – унан «ҡыҙыу пейджер»ға 28 кеше мөрәжәғәт итте. Икенсе урында – Октябрь районы (26 мөрәжәғәт). Артабан мөрәжәғәттәр һанының кәмеү тәртибендә Орджоникидзе, Киров, Совет, Ленин һәм Дим райондары килә. Һуңғыһынан ай буйына ни бары дүрт кенә шылтыратыу булды.

Ҡала халҡын борсоған иң актуаль темалар булып элеккесә торлаҡты эксплуатациялау, һыу менән тәьмин итеү, ҡала юлдарын төҙөкләндереү, ихаталарҙы һәм урамдарҙы йәшелләндереү, автомобилдәрҙе тейешһеҙ урындарға ҡуйыу ҡала.