9 декабрь, Йома

30 июнь 2010 йыл, 16:34

Владислав Миронов Белорет районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Бөгөн Белорет районы муниципаль районы Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Миронов Владислав Геннадьевич тәғәйенләнде.

Муниципаль район Советы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.

Биографик белешмә. Владислав Миронов 1973 йылда Белорет ҡалаһында тыуған. Магнитогорск дәүләт тау-металлургия академияһын һәм ситтән тороп Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә башлай, унда 2000 йылға тиклем канатсы, мастер, смена мастеры, инженер-технолог булып эшләй.

2000 — 2005 йылдарҙа Владислав Миронов «УралСиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет бүлексәһе кассиры, өлкән бухгалтеры, өлкән белгесе була. 2005 йылдан 2010 йылға тиклем «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет өҫтәмә офисы директоры булып эшләй. 2010 йылдың майынан әлеге ваҡытҡа тиклем Владислав Миронов Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.