9 декабрь, Йома

30 июнь 2010 йыл, 15:41

Таҙа пляж – дөйөм хәстәрлек

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Көндәрҙең сиктән тыш эҫе тороуы йылғалар кимәлендә һәм өфөләрҙең кәйефендә сағылды. Ямғырҙар булмау арҡаһында Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғаларында һыу һиҙелерлек кәмене, ә ҡала халҡының күбеһе томра эҫенән ҡасып буш ваҡыттарын йышыраҡ йылға-күлдәр эргәһендә үткәрә.

Йыһазландырылған пляждарҙа һәм уларҙан ситтә – һалҡын һыуға сумып сығыу мөмкинлеге булған бөтә ерҙә хатта аҙна уртаһында ла халыҡ туп-тулы. Әгәр был маҡсаттар өсөн ҡулайлаштырылған урындарҙа тәртип булһа, ҡырағай пляждарҙа иһә хәл күңелде ҡыра. Махсус тәғәйенләнгән ял итеү урындарынан айырмалы, ҡырағай пляждарҙа ҡыҙыныусылар эргәһендә һыра, һут, минералка һауыттары һәм башҡа ҡыйҙар туҙып ята.

Сипайлово биҫтәһендәге Ҡариҙел йылғаһы яры буйында хәлде Октябрь районы хакимиәте контролдә тота. Райондың мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, яр буйында даими рәүештә төҙөкләндереү буйынса саралар үткәрелеп тора. Быйыл яҙ санитария айлығы үткәргән осорҙа ғына яр буйынан сүплеккә 60 кубометрҙан ашыу көнкүреш ҡыйы сығарып түгелде.  

Яҙғы-йәйге осорҙа яр буйы территорияларын таҙартыу буйынса экологик акциялар ҙа йәштәр ойошмалары һәм мәктәп уҡыусылары менән берлектә үткәрелә.

Күптән түгел райондың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре территорияны көнкүреш сүп-сарынан йыйыштырҙы. Бер көндә генә дүрт Камаз көнкүреш сүп-сары йыйып алынды һәм сүплеккә алып барып түгелде.

темалар: йәйге ял