Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

«Туймазыбыяла» йәмғиәте ике халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты

Иҡтисад

«Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре Ҡытайҙа, «China Glass-2010» халыҡ-ара күргәҙмәһендә булып ҡайтты. Сараға быяла етештереү өлкәһендә үҙ эшкәртмәләрен, шулай уҡ быяла иретеү өсөн ҡорамалдар һәм ватылған быяланы эшкәртеү системаларын тәҡдим итеүсе 700-ҙән ашыу фирма йыйылды. «Туймазыбыяла» йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҙур халыҡ-ара күргәҙмәгә барыу завод өсөн бик файҙалы булды. Ҡорамалдар етештереүселәр тураһында мөһим мәғлүмәт тупланды.  

Шулай уҡ Мәскәүҙә, “Быялалар донъяһы-2010” халыҡ-ара күргәҙмәһендә, компанияның потенциаль партнерҙары менән мөһим һөйләшеүҙәр алып барылды, унда Туймазы предприятиеһы йыл һайын ҡатнаша. Күргәҙмә Ҡытай күргәҙмәһе артынан уҡ башланды һәм килешеүҙәр төҙөү өлкәһендә уңышлы булды. Бер нисә компания Башҡортостан заводынан бор-силикат быяла етештереү буйынса технологик линияны проектлауға, төҙөүгә, комплектлауға техник заданиелар алды.

Етди коммерция тәҡдимдәренән тыш, «Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре Мәскәүҙән «Быялалар донъяһы-2010» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһендә ҡатнашыусы сертификаты һәм стендты художество яғынан юғары кимәлдә биҙәгән өсөн Рәсәй Архитекторҙар союзы дипломын алып ҡайтты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть