4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2010 йыл, 13:33

Болгария эшҡыуарҙары Өфөләге болгар мәҙәни үҙәге менән хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Халыҡтар дуҫлығы йәмғиәтенең «Башҡортостан – Болгария» мәҙәни үҙәгендә Болгария эшлекле даирәләр делегацияһы менән осрашыу үткәрелде. Ҡунаҡтар менән йәмғиәт рәйесе Ярослав Шредер, йәмғиәттең башҡарыусы директоры Татьяна Коробова һәм мәҙәниәт үҙәгенең даими ҡунаҡтары осрашты. Осрашыуға шулай уҡ III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡарата «Болгариянан һөйөү менән» күргәҙмәһе менән Болгариянан Өфөгә килгән рәссам Корнелия Марган да саҡырылғайны.  

Болгария-Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһы ағзаһы Светлана Шаренкова етәкселегендә Болгария бизнес берләшмәһе вәкилдәре Өфөгә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн килгән.

Светлана Шаренкова әйтеүенсә, болгар делегацияһының Башҡортостандың эшлекле даирәләре менән осрашыуы барышында бер нисә мөһим килешеүҙәргә өлгәшелде. Беренсенән, кадрҙар менән алмашыу һәм беҙҙең республиканан йәш эшҡыуарҙарҙы Болгарияла уҡытыу һәм киреһенсә хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Икенсенән, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Болгария-Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хәҙер үҙ яғынан предприятиеларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың ышаныслылыҡ гаранты сифатында сығыш яһаясаҡ.