5 декабрь, Дүшәмбе

30 июнь 2010 йыл, 13:01

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Федоровка районында

автор: Ғәлиә Нәбиева, Юлай Мәғсүмов

Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Федоровка районында йөрөй. Уны БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк политсоветы секретары Константин Толкачев һәм БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөй.

Мал аҙығы әҙерләү барышы менән танышыуҙы төбәк етәксеһе «Кузьминовка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән башланы. Бында балйыйырҙан — бесән һәм сенаж, люцерна һәм күстерәнән үлән ҡатнашмаһы әҙерләйҙәр. Федоровка районы Башҡортостандың быйыл ҡоролоҡтан зыян күргән бихисап территориялары иҫәбенә инә. Был мал аҙығы культураларының түбән уңышына килтергән. Федоровка районында сабылған йәшел масса гектарына 30-35 центнер кимәлендә һаҡланған, айырым баҫыуҙарҙа бер урауҙа 40 центнерға етә. «Кузьминовка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мал аҙығы әҙерләү «Башҡорт» машина-технологик станцияһы көстәре менән алып барыла. Үлән сабыуға ике «Полесье» комбайны, бер үҙйөрөшлө урғыс һәм пресс-йыйғыс йәлеп ителгән. “Кузьминовка” эшсәндәре мал аҙығын үҙенең транспорты менән ташып ала.  

Федоровка аграрийҙары менән әңгәмәләшкәндә Башҡортостан Президенты иғтибарын мал аҙығы әҙерләү кампанияһы проблемаларына йүнәлтте.

— Республиканың башҡа райондарында ҡоролоҡ менән бәйле эштәр уғата киҫкен тора, — тине Мортаза Рәхимов. – Әммә был төшөнкөлөккә бирелеүгә сәбәп түгел. Мал аҙығын әҙерләүҙе оптималь ваҡытта һәм мөмкин тиклем һөҙөмтәле үткәреү өсөн бөгөн хужалыҡта булған бар ресурстарҙы һәм көстәрҙе йәлеп итергә кәрәк.