Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе асылды

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһында «Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы» Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ойошторолдо.

Ойоштороу йыйылышы Өфөлә үткәрелде. Унда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцов, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды генераль директоры Илдар Байбулатов, «Suyushev&Partners» генераль директоры, Рәсәй Юристар ассоциацияһы ағзаһы Илдар Сөйөшев һәм башҡалар ҡатнашты.  

Ассоциацияның маҡсаты йәш эшҡыуарҙарҙы (35 йәшкә тиклемге) бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә килеп тыуған проблемаларҙы тикшереүгә йәлеп итеү, социаль яуаплы, сәйәси әүҙем һәм патриотик рухтағы йәш эшҡыуарҙар быуынын тәрбиәләү һәм яҡлау, Рәсәйҙең төбәк һәм урындағы йәштәр эшҡыуарҙар берләшмәләрен туплау.

Йыйылышта Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһының Төбәк бүлексәһе Уставы раҫланды, яңы йәмәғәт ойошмаһының етәксе составы һайланды. Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһының БР буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе итеп бер тауыштан Илдар Сөйөшев һайланды. Ул ойошманың сайты булдырылыуы хаҡында хәбәр итте, уның эшмәкәрлеге тураһында бөтә мәғлүмәт менән интернет селтәрендә танышып буласаҡ. Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһының БР буйынса төбәк бүлексәһе республиканың бөтә эшҡыуарҙар ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итәсәк, сөнки уның төп маҡсаты булып ил иҡтисадында бәләкәй бизнес өлөшөн арттырыу, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә цивилизациялы мөнәсәбәттәр ҡороу тора.

Йыйылыш аҙағында Илдар Сөйөшев Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе, Дәүләт Думаһының Граждандар, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль закондар буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Груздевтың тәбрикләү һүҙен уҡып ишеттерҙе. Уның фекеренсә, Ассоциация бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә килеп тыуған киҫкен проблемаларҙы, шулай уҡ йәш бизнесмендарға эш башлағанда осраған проблемаларҙы тикшереү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора. «Хәҙер бөтә Рәсәй яңыса эшләргә өйрәнә. Ләкин төп өмөт – йәштәрҙә!» — тип иҫәпләй Владимир Груздев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть