11 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2010 йыл, 11:28

Башҡортостанда беренсе хәләл продукцияһы логистик үҙәгенең филиалы барлыҡҡа киләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Яҡын арала Башҡортостанда Рәсәйҙәге беренсе хәләл продукцияһы логистик үҙәгенең филиалы барлыҡҡа килергә тейеш. Үҙәк үҙе күптән түгел Ҡазанда II Хәлыҡ-ара ислам бизнесы һәм финанстар саммиты эше һөҙөмтәһендә асылды. Уны төҙөү тураһында бер йыл элек булып үткән ошо уҡ сарала килешелгән ине.  

Үҙәк ислам ҡанундарына ярашлы етештерелгән продукция өсөн үҙенә күрә “йөк күсереп тейәү пункты” буласаҡ. Бында һәр төрлө хәләл тауарҙар – туҡланыу продукттарынан алып кейемгә, косметикаға, дарыуҙарға тиклем туплау урыны буласаҡ. «Хәләл» стандартына ярашлылыҡ тураһында махсус сертификаты булған продукция үҙәктән Рәсәй төбәктәренә һәм БДБ илдәренә оҙатыласаҡ.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙәк тулыһынса Ислам үҫеш банкы средстволарына ойошторолған. Тимәк, ил иҡтисадына яңы капитал һалыуҙар башҡарылған.  

Башҡортостандағы филиалдан тыш, Мәскәүҙә, Дағстанда һәм Ҡаҙағстанда үҙәктең йәнә өс филиалы эшләйәсәк.