11 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2010 йыл, 11:04

БР Милли банкы халыҡ-ара пластик карта хужаларын интернет-мутлашыу хаҡында иҫкәртә

автор: Эльвира Латипова

Халыҡ-ара пластик карта хужалары интернет-мутлашыуға юлыҡҡан. Ниндәйҙер мифик «РФ Үҙәк банкы ҡарамағындағы банк операциялары буйынса федераль идаралыҡ» Футбол буйынса донъя чемпионаты уңайынан акция иғлан иткән. Карта эйәләренә www.russian-card.ru сайтында теркәлеп, анкета тултырыу һәм 10 мең ҡиммәтле приз, шул иҫәптән «Ford Focus 3» автомобилен һәм Урта диңгеҙгә путевка уйнатыуҙа ҡатнашыу тәҡдиме менән электрон почта аша хаттар килә. Аферистар әйтеүенсә, акция үткәреүҙә уларға Рәсәй Үҙәк банкы ярҙам күрһәтә.

Рәсәй Банкының Тышҡы һәм йәмәғәт бәйләнештәре департаментына һылтанма менән БР Милли банкының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Үҙәк банктың был акцияға бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ. Мутлашыусылар эшмәкәрлеге тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдары ла хәбәрҙар.