5 декабрь, Дүшәмбе

30 июнь 2010 йыл, 10:31

Июлдә аукциондан Өфөләге һәм ҡала янындағы 36 ер участкаһы һатыласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Муниципаль милек менән идара итеү буйынса комитеты (КУМС) 23 июлдә аукциондан шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән ҡала эсендәге һәм ҡала янындағы 36 ер участкаһын бер юлы һатасаҡ.

Участкаларҙың башланғыс хаҡы 300 меңдән алып ике миллионға тиклем тип билдәләнгән.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы аналитиктары билдәләүенсә, көрсөк менән бәйле бер йыл тынлыҡтан һуң һатып алыусыларҙа ер менән ҡыҙыҡһыныу һиҙелерлек артҡан. Аукциондарҙа физик шәхестәр бер юлы икешәр-өсәр, хатта бишәр участка һатып алырға тырыша.  

Өфө КУМС-ы менән 7 майҙа ойошторолған һуңғы аукцион яңы рекордтар ҡуйған. 15 сутыйлыҡ бер участканың хаҡы ике миллионға еткән. ә бер участка хатта рекорд хаҡҡа -  7,5 миллион һумға һатылған.

Сираттағы июль аукционы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Башланғыс хаҡы баҙарға ла, һатып алыусыларға ла ҡулай. Аналитиктар әйтеүенсә, әгәр 80 проценттан ашыу лоттар аукцион барышында һатылһа, Өфө һәм ҡала яны ер участкалары баҙарында көрсөк бөтөүен билдәләргә мөмкин.  

23 июлдә аукцион Өфө, Октябрь проспекты, 56/3, ҙур зал адресы буйынса үтәсәк. 11 сәғәттә башлана.

Участка хаҡы буйынса тәҡдимдәр биреү формаһы – асыҡ. Түләү формаһы һәм ваҡыты аукцион йомғаҡтары буйынса еңеүсе менән төҙөлгән һатыу-һатып алыу килешеүе менән билдәләнә. Түләү сараһы – РФ валютаһы. Задатка суммаһы– башланғыс хаҡтың 20 проценты. Аукцион аҙымы – башланғыс хаҡынан биш процент.  Ер участкалары ваҡытлыса һәм капиталь төҙөлөштәрҙән азат.