Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Балалар лагерҙарын янғын хәүефһеҙлегенә тикшерҙеләр

Йәмғиәт

Дәүләт янғын күҙәтеү инспекторҙары, береһен дә ҡалдырмайынса, бар балалар һауыҡтырыу лагерҙарын тикшерҙе. Был балалар тәүлек әйләнәһенә йәшәгән 87 учреждение һәм 1303 мәктәптәрҙә асылған көндөҙгө лагерҙар.

Күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре 5891 хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған. Күп осраҡта бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға янғын тураһында иҫкәртеүсе системаларҙың һәм автомат янғын сигнализацияһы ҡулайламаларының юҡлығы йәки уларҙың төҙөк хәлдә булмауы, эвакуация юлдарының ҡәнәғәтләнерлек торошта түгеллеге, шулай уҡ тыш яҡтан һыу менән тәьмин итеүсе ҡулайламаларҙың юҡлығы йәки төҙөк хәлдә булмауы, туҙған, иҫке электр үткәргестәр инә.

77% етешһеҙлек бөтөрөлгән, ҡалғандарын Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы даими контролдә тота.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть