8 декабрь, Кесе йома

30 июнь 2010 йыл, 9:37

Башҡортостан студенттары Пензала Бөтә Рәсәй универсиадаһында ҡатнаша

автор: Дмитрий Слезин

Пензала II Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһы бара. Йөҙөү, еңел атлетика, бадминтон һәм самбо кеүек дүрт төрҙәге ярыштар тамамланған да инде.  

Башҡортостан студенттары алты спорт төрөндә ҡатнаша. Өфө дәүләт нефть техник университетының ҡатын-ҡыҙҙар командаһы волейбол буйынса турнирҙа көс һынай, ир-егеттәр волейболында Башҡортостан данын Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы яҡлай.

БашДУ-ның ир-егеттәр командаһына баскетбол буйынса ярыштарҙа алышырға тура киләсәк.

Пензала йәнә бокс буйынса универсиада ярыштары бара. Башҡортостан исеменән БашДУ спортсыһы Александр Балог сығыш яһай.

29 июндән 3 июлгә тиклем үтәсәк фехтование буйынса ярыштарҙа республика намыҫын Башҡорт физкультура институты командаһы яҡлай. Ошо уҡ уҡыу йортоноң командаһы 30 июндән 5 июлгә тиклем тхэквондо буйынса ярыштарҙа еңеү өсөн көрәшәсәк.

Бынан тыш, мини-футбол буйынса ярыштарҙа М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ҡатнаша.

Спортсылар ярыштарға Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының финанс ярҙамында йүнәлтелгән.

темалар: универсиада