Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Илеш егеттәре Татарстанда уңыш ҡаҙанды

Йәмғиәт

Татарстан Республикаһының Аҡтаныш ауылы стадионында "Динамо" балалар фонды приздарына “Һабантуй” милли-спорт байрамы үтте. Ярыштарҙа Татарстан Республикаһының Аҡтаныш, Миңзәлә, Мөслим райондарынан һәм Башҡортостан Республикаһының Илеш районынан 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты.

«Һабантуй» сиктәрендә мини-футбол һәм көрәш буйынса турнирҙар, спорт-күңел асыу эстафеталары ойошторолдо.

Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының Илеш районы буйынса Эске эштәр бүлеге физик культура коллективының балалар футбол командаһы беренсе урын алды, ә Эдуард Нәсибуллин турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип табылды.

40 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһындағы көрәшселәр араһында Башҡортостан вәкиле Алгиз Нафиҡов призер булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть