4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2010 йыл, 17:47

Башҡортостан парламенты депутаттары финиш һыҙығына сыҡты

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумының бөгөн үткәрелгән 31-се ултырышында Башҡортостан парламентының яҙғы сессияла һуңғы, 27-се пленар ултырышының датаһы тәғәйенләнде һәм көн тәртибе билдәләнде. Ул 8 июлдә үткәреләсәк, 39 мәсьәлә ҡараласаҡ.  

Көн тәртибенә индерелгән 29 республика закон проекты араһында өсәүһе генә өсөнсө уҡыуҙа, ә 14-е икенсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Шулай ҙа закон проекттарының кәмендә яртыһы, шул иҫәптән беренсе уҡыуҙа ҡарауға сығарылған «Башҡортостан Республикаһының 2009 йылғы бюджетының үтәлеше тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһының 2009 йылғы Республика мотлаҡ медицина страховкалау фондының үтәлеше тураһында» БР Закондары проекттары ла ҡабул ителер, моғайын.

Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында» Федераль закондың 8-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерергә йыйына.

Бынан тыш, мировой судьялар һайлау үткәреләсәк, 2010 йылдың көҙгө сессияһына закон проекттары эше программаһы билдәләнәсәк, ә БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының 2010 йылдың яҙғы сессияһы осорондағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаясаҡ.