4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2010 йыл, 16:48

Ике ойошма Төҙөүселәр союзы сафын тулыландырҙы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң ике компанияһы: «БизнесСтрой» һәм «БАМ-Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр союзы ағзаһы булды. Шулай уҡ капиталь төҙөлөш объекттарының именлегенә йоғонто яһаусы эштәргә рөхсәт биреү тураһында таныҡлыҡҡа үҙгәрештәр индереү йыйылыш көн тәртибенең төп темаларының береһе булды. Иҫке таныҡлыҡтарға алмашҡа яңылары – өҫтәмә эш төрҙәренә – бирелде.  Уларҙы дүрт предприятие: «Өфө-Юл», «Элитстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Уфаводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Планета» инженер үҙәге» алды. Бынан тыш, капиталь төҙөлөш объекттары именлегенә йоғонто яһарлыҡ эштәр башҡарыу хоҡуғына Салауат районынан «Юрюзаньмост» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эйә булды.