Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

«Чайка» лагерында балалар хәҙерге бейеүҙәрҙе өйрәнде

Йәмғиәт

Өфөнөң «Чайка» балалар сәләмәтләндереү лагерында E-Dance Studio бейеү коллективы тренерҙары РФ Федераль наркоконтроль буйынса хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ярҙамында ял итеүсе балалар өсөн мастер-класс үткәрҙе һәм бейеү дәресе бирҙе.  

«Башҡортостандың тейелгеһеҙ запасы» Наркотиктарға ҡаршы  ижади йәштәр лигаһында ҡатнашыусы Аким Агапов хәбәр итеүенсә, балалар унда ҡәнәғәтләнеп ҡатнашты, бер кем дә вайымһыҙ ҡалманы. Быға тәжрибәле тренерҙарҙың яҡшы эшләүе генә түгел, дәртле музыка ла булышлыҡ итте. Балаларға төрлө стилдәге бейеүҙәр күрһәттеләр. Ял итеүселәрҙең барыһы ла хайран ҡалды һәм оҫталарҙан тағы ла күберәк яңы хәрәкәттәр һәм бейеү элементтары күрһәтеүҙәрен һораны.

Балаларға тәғәйен миҫалда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өҫтөнлөктәре күрһәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть