10 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2010 йыл, 17:15

Башҡортостан ауыр атлеттары Төркиәгә путевка өсөн көрәшә

автор: Дмитрий Слезин

Курскиҙа, Көньяҡ-көнбайыш дәүләт университетының спорт залында, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты старт алды.

Ул донъя чемпионатына командалар туплау өсөн һайлап алыу этабы булып тора (17-26 сентябрь, Анталья, Төркиә).

БР ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы исеменән Курскиҙа Илзирә Миниева һәм Ксения Максимова (икеһе лә 48 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында), шулай уҡ Ләйсән Мәхийәнова (69 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында) сығыш яһаясаҡ.

БР ир-егеттәр йыйылма командаһына Флүр Кәлимуллин һәм Алексей Галицков (икеһе лә 62 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында), Ринат Кирәев (85 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында) һәм ҙур ауырлыҡтағы  Дмитрий Клоков (105 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында) инә.