4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2010 йыл, 15:48

Башҡортостан һәм Болгария иҡтисади бәйләнештәрҙе юлға һала

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөгөн Өфөлә Башҡорт-болгар бизнес-форумы үтә. Унда Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Никин, БР сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры урынбаҫары Илдар Әхмәтшин, Болгария-Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһы советы ағзаһы Светлана Шаренкова, Башҡортостан һәм Болгарияның төрлө ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре ҡатнаша.

Алексей Никин тәбрикләү һүҙендә билдәләүенсә, Рәсәй һәм Болгария араһында тығыҙ мөнәсәбәт электән булдырылған, шулай ҙа һуңғы арала иҡтисади хеҙмәттәшлек бер аҙ һүлпәнәйгән.

— Беҙ элекке бәйләнештәрҙе тергеҙергә һәм эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытырға йыйынабыҙ, — тине ул. – Тап шуға күрә бөгөнгө форумға бәләкәй бизнес вәкилдәрен саҡырҙыҡ, улар болгар хеҙмәттәштәр менән уртаҡ темалар табырға тейеш.  

Башҡортостан Республикаһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Болгария-Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу сарала төп ваҡиға булды. Ике яҡтың да билдәләүенсә, был килешеү ябай формаллек һаҡлауға әйләнергә тейеш түгел.  

— Ул тиҙ арала реаль һөҙөмтәләр килтерер, тип ышанам, — тип белдерҙе Светлана Шаренкова. – Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә беҙ төбәктәр менән мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерәбеҙ. Был йәһәттән Болгария-Рәсәй мөнәсәбәттәренә ҙур иғтибар биргән РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Евгений Примаков ныҡ ярҙам итә.

Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң Болгария яғынан вәкил Пламен Младенов үҙенең иленә Башҡортостан эшҡыуарҙарын йәлеп итерлек ыңғай факторҙарҙы һанап үтте. Улар иҫәбендә ул һалымдарҙың сағыштырмаса түбән булыуын, һәр кемдең кредитлау менән ҡулланыу мөмкинлеген, күсемһеҙ милеккә хаҡтарҙың арзанлығын һәм үҫешкән туристик индустрияны атаны.  

Ҡунаҡтар йәнә Башҡортостандың иҡтисади потенциалын, атап әйткәндә, ауыл хужалығы мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

— Болгарияла ла ауыл хужалығы элек ярайһы юғары кимәлдә ине, — тине Светлана Шаренкова. – Ләкин беҙҙә хәҙер был йүнәлештәге күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе күҙәтелә. Башҡортостанда барыһы ла башҡаса. Һеҙ Рәсәй ауыл хужалығы секторында алдынғы урынды һаҡлап ҡала алғанһығыҙ. Беҙҙең аграрийҙарға һеҙҙән өлгө алырға кәрәк.    

Форум башҡорт һәм болгар бизнесмендарының эшлекле контакттар биржаһы форматында ике яҡлы һөйләшеүҙәре менән дауам итте.