Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Швейцария Илсеһе Вальтер Гигер Башҡортостандың инвестицион мөмкинлектәре менән таныша

Иҡтисад

БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығында үткән Швейцарии делегацияһы менән осрашыу Башҡортостандың ике яҡлы хеҙмәттәшлек потенциалына һәм инвестицион мөмкинлектәренә арналды.  

Хәбәр итеүебеҙсә, Швейцарияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Вальтер Гигер етәкселегендәге Швейцария Конфедерацияһы делегацияһы әлеге ваҡытта Өфөлә. Ҡунаҡтар өсөн бер нисә рәсми һәм эшлекле осрашыуҙар, шул иҫәптән республика етәкселеге менән һөйләшеүҙәр ойошторолдо.

Ведомство башлығы, вице-премьер Юрий Пустовгаров делегация ағзаларын төбәк иҡтисады структураһы менән таныштырҙы, уның көслө һәм йомшаҡ урындарын атаны, өҫтөнлөктәрҙе һәм проблемаларҙы билдәләне. Гигер әфәнде, үҙ яғынан, сағыштырыу юҫығында Швейцария иҡтисады тураһында һөйләне. Был Көнбайыш Европа иле майҙаны буйынса Башҡортостандан өс тапҡырға бәләкәйерәк һәм уның үҙ тәбиғи ресурстары ла юҡ. Шул уҡ ваҡытта ул көслө иҡтисады менән айырылып тора, уның нигеҙе – бәләкәй һәм урта бизнес һәм әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек.

— Көрсөк беҙгә лә ҡағылды, ләкин беҙгә уның йоғонтоһо башҡа күп илдәргә ҡарағанда күпкә аҙыраҡ булды, — тине дипломат, — сөнки беҙҙең предприятиеларҙың 90 проценты – бәләкәй һәм урта, ә улар һығылмалыраҡ һәм баҙар үҙгәрештәренә еңел яраҡлаша.

Швейцарияның икенсе спецификаһы – уның донъя иҡтисадына ныҡлы интеграцияһы.

— Ресурстар буйынса беҙ бик ярлы ил, ә беҙ булдырған байлыҡтың нигеҙе – халыҡтың эш һөйөүсәнлеген файҙалана белеүҙә, сәйәси тотороҡлолоҡта һәм донъя иҡтисадына яраҡлаша алыуҙа, — тип билдәләне Гигер әфәнде. – Тышҡы иҡтисад – Швейцария дәүләтенең нигеҙе.

Йылына Швейцария 180 миллиард швейцар франкыһы суммаһына продукция сығара (бер швейцар франкы 1,1 АҠШ долларына тиң), ә 160 миллиардлыҡ индерә.

Яҡтар үҙ компанияларына потенциаль партнерҙар эҙләп табыуға булышлыҡ итергә килеште.  

Һөйләшеүҙәр тамамланғас, ҡунаҡтар Башҡортостандың ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең аграр секторының иң яҡшы  предприятиеларының береһе — «Алексеевка» совхозына юлланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть