10 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2010 йыл, 14:55

Башҡортостанда вируслы талпан энцефалиты менән ауырыу осрағы теркәлгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан эпидемиологтары быйылғы йылда тәүге вируслы талпан энцефалиты раҫланған осраҡты теркәгән. Бөгөнгө көндә республика райондарының береһендә йәшәгән оло кеше дауаланыу курсы үткән, һәм уның сәләмәтлеге хәүеф тыуҙырмай.

БР буйынса Роспотребнадзор Идаралығы мәғлүмәте буйынса, 24 июнгә ҡарата республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына талпан ҡаҙалған 12389 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 26,0% балалар.

«Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһы менән 1 апрелдән 5333 талпан тикшерелгән, шуларҙың 87 (1,6%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған булыуы асыҡланған.

Иммуноглобулин профилактикаһын 2983 кеше алған (мөрәжәғәт иткәндәрҙең 24%), шул иҫәптән 2120 бала (65%).