5 декабрь, Дүшәмбе

29 июнь 2010 йыл, 13:20

Өфө балалар лагерҙарында ял итеүселәр күп

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң балалар сәләмәтләндереү лагерҙары республика фонында күпкә отошло күренә. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Дөйөм алғанда, Башҡортостан буйынса балалар сәләмәтләндереү лагерҙарын тултырыу менән хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле, — тине ул. – Хәҙерге ваҡытта улар 40 процентҡа ғына тултырылған. Был фонда Өфөнөң йәйге сәләмәтләндереү балалар учреждениеларында хәл күпкә именерәк – бөгөн уларҙа бөтә урындар ҙа тиерлек алынған.

Павел Качкаев йыйылыусыларҙың иғтибарын ҡаланың хеҙмәт баҙарында күҙәтелгән ыңғай динамикаға йүнәлтте. Мәҫәлән, бөгөн Өфөлә 11,5 мең эшһеҙ теркәлгән, ә ҡала вакансиялары банкында 12,3 мең вакансия бар. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш коэффициенты берҙән кәмерәк, ә теркәлгән эшһеҙлек кимәле – ике процент тирәһе.