Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙары саранчаға ҡаршы көрәшә

Иҡтисад

Ҡоролоҡ ҡоротҡостар үрсеүгә уңайлы шарттар тыуҙырҙы. БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре яҙ уҡ ауыл хужалығы культураларының ике иң хәүефле ҡоротҡосо: саранча һәм ялан күбәләгенең таралыу  ихтималлығы тураһында иҫкәрткәйне. Улар иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен зарарлай. Шуның менән бәйле республика райондарында ҡоротҡостарҙың үҫеүен күҙәткән махсус постар ойошторолдо.  Элек был функцияларҙы үҫемлектәрҙе һаҡлау станциялары үтәй ине, бөгөн баҫыуҙарҙа Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең БР буйынса филиалы белгестәре дежур итә. Әгәр саранчалар һаны иҡтисади зарарлылыҡ сиген үтһә, ҡоротҡосҡа ҡаршы кисектергеһеҙ көрәш саралары күрелә.  

Республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Ейәнсура, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Дүртөйлө һәм Көйөргәҙе райондарында иҡтисади сикте үтәү теркәлгән. Ваҡытында саралар күреү һөҙөмтәһендә 39 мең гектар сәсеүлектәр инсектицидтар менән эшкәртелгән. Республикала  саранчаға ҡаршы көрәшеү өсөн бөтә кәрәкле препараттар бар. Әгәр ауыл хужалығы предприятиеларының эшкәртеү үткәреү өсөн техник мөмкинлектәре булмаһа, республика МТС-тары һәм «Башплодородие» һиптергестәре йәлеп ителә.

Ялан күбәләгенең таралыу осраҡтары Туймазы районында теркәлгән. Был ҡоротҡостан 580 гектар майҙан химпрепараттар менән эшкәртелгән.

Саранча үрсеү менән бәйле хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, республиканың агрономия хеҙмәттәре белгестәре хәлде контролдә тота һәм ауыл хужалығы культуралары ҡоротҡостарының таралыуын иҫкәртеү өсөн ваҡытында саралар күрә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть