Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Иң яҡшы идеялар өсөн «Техновациялар кубогы» алырға мөмкин

Иҡтисад

«Техновациялар кубогы» инновацион һәм технологик проекттар конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү иғлан ителде. Конкурсты ойоштороусы — Мәскәү физика-техник институтының инновациялар һәм юғары технологиялар факультеты. Партнерҙар һәм конкурс бағыусылары – «Рәсәй венчур компанияһы», «Рәсәй нанотехнологиялар корпорацияһы» (Роснано).

«Техновациялар кубогы»ның бурысы — проект командаларына эшләгән продукттарын һәм технологияларын реаль иҡтисад секторына сығарырға, идеяны бизнесҡа әйләндерергә ярҙам итеү.

Проект етәксеһе студент, аспирант йәки былтыр мәктәпте тамамлаусы уҡыусы булырға тейеш. Технологик идея, уны баҙарҙа ҡулланыу мөмкинлеге, проект командаһы баһаланасаҡ. Еңеүселәрҙе ярайһы уҡ приз көтә.  

Заявкалар быйыл  20 октябргә тиклем ҡабул ителә. Ентекле мәғлүмәттәр www.technocup.ru сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть