10 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2010 йыл, 11:21

Башҡортостан тимер юлсыларының клиенттары йөктәрен ҙур тоннажлы контейнерҙарҙа йөрөтөүҙе өҫтөн күрә

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың биш айында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә Башҡортостан предприятиелары менән етештерелгән 166,7 мең тоннанан ашыу сәнәғәт продукцияһы контейнерҙарға тейәлгән.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был арала бөтәһе 11200-ҙән ашыу контейнер файҙаланылған, шуларҙың яртыһы ҙур тоннажлылар категорияһына ҡарай.

Куйбышев магистрале менән башҡарылған контейнерҙа йөк ташыуҙың яртыһы, ғәҙәттәгесә, Башҡортостан бүлексәһе өлөшөнә тура килә. Әлеге ваҡытта республикала 200-ҙән ашыу экспедиторлыҡ компаниялары һәм төрлө милектәге ойошмалар йөктәрен контейнерҙарҙа оҙата. Был йөк ташыуҙың иң уңайлы һәм аҙ сығымлы формаһы. Башҡортостан предприятиелары продукцияһы Рәсәй адрестары буйынса ғына түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә лә оҙатыла.