10 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2010 йыл, 9:42

Өфө архитекторҙары Силәбе өлкәһе өсөн мәсет проектын эшләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Экопроект «Вакар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө архитектура-планлаштырыу оҫтаханаһы Силәбе өлкәһе өсөн мәсет проектын төҙөй. Был турала ойошма етәксеһе Вәкил Дәүләтшин хәбәр итте. Бина ике ҡаттан торасаҡ, тип планлаштырыла. Унда ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым намаҙ уҡыу залдары буласаҡ.  

Был Өфө оҫтаханаһы иҫәбендә тәүге генә мәсет проекты түгел. Мәҫәлән, тап уның архитекторҙары — Башҡортостан баш ҡалаһындағы «Ләлә-Тюльпан» һәм тағы бер нисә ғибәҙәтхана авторҙары. Бынан тыш,  «Экопроект «Вакар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Надымдағы беренсе мәсет проекты авторы булып тора.

— Беҙгә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән төрлө объекттар проектын төҙөүҙе һорап йыш мөрәжәғәт итәләр, — ти Вәкил Вәғиз улы. – Күптән түгел яңы Уренгойҙан 15 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән сауҙа-күңел асыу комплексы проектын төҙөүгә заказ килде. Әйтергә кәрәк, иҡтисади көрсөк йоғонтоһо архитектура өлкәһендә лә кире сағыла. Әгәр элек тотош райондар һәм комплекстар проектын төҙөһәк, хәҙер берәм-бөртөк заказдар менән сикләнергә тура килә. Беҙҙә төҙөлөштәре әле туҡтатылған әҙер проекттар ҙа байтаҡ. Улар иҫәбендә Өфөләге ике ҡунаҡхана проектын айырып күрһәтергә мөмкин.

темалар: архитектура