Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.53 ↑

EUR 69.33 ↓

25 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар вәғәҙә итә

Йәмғиәт

Шишәмбе республикала эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндөҙ плюс 35-37 градус булыуы көтөлә. Унан һуңғы көндәрҙә республикаға бер аҙ һалҡын фронт ҡағыласаҡ, ләкин был ғына томра эҫе һауаны һыуындыра алмаясаҡ. Башгидромет үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, 1 һәм 2 июлдә һауа температураһы көндөҙ – 22-25, республиканың көньяғында — 30 градусҡа тиклем булыуы көтөлә. Ял көндәренә инде көндәр тағы эҫетәсәк. Йәкшәмбе термометр бағанаһы яңынан 30 градустан юғары күтәреләсәк.

Шул уҡ ваҡытта иртәгә кискә табан республиканың айырым райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы көтөлә. Әммә ҡоролоҡто ул ғына баҫа алмаясаҡ. Йәшенле ямғырҙар башлыса Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында үтәсәк. Йәшенле ямғыр ваҡытында көслө ел иҫеүе ихтимал.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть