8 декабрь, Кесе йома

28 июнь 2010 йыл, 16:43

Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

28 июндә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавы Владимир Ковалёнок менән осрашты.

Осрашыуҙа республикала төҙөлгән Рәсәй Космонавтика Федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге перспективалары ҡаралды. Мортаза Рәхимов Федерация инициативаһын ыңғай баһаланы һәм ватан ракета-космос тармағын артабан үҫтереү кәрәкләген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Президенты фекеренсә, йәмғиәттә, айырыуса йәштәр араһында, һөнәри йүнәлеш биреү һәм космонавтиканы популярлаштырыу буйынса эште әүҙемләштерергә кәрәк.

Осрашыуҙа Владимир Ковалёнок Башкортостан Президенты Мортаза Рәхимовҡа Рәсәй Космонавтика федерацияһының иң юғары наградаһын — авиация һәм космонавтика өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн К.Э. Циолковский орденын тапшырҙы.  

Осрашыуҙа БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Рәсәй Космонавтика федерацияһының беренсе вице-президенты Василий Кузнецов, Рәсәй Космонавтика Федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмил Дәүләтбаев ҡатнашты.