Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Һаҡлыҡ банкы аҡсаны юлбаҫарҙарҙан һаҡлауҙың яңы ысулын тапты

Иҡтисад

Рәсәйҙең иң ҙур кредит ойошмаһы – Һаҡлыҡ банкы аҡсаны ташыуҙың яңы ысулын индерә. Кесе йома көнө банктың инкассатор хеҙмәтен ҡоралландырыуға тәүге махсус контейнерҙар киләсәк.

Хәйләкәр уйлап табылған әйберҙең үҙенсәлеге – буяу һалынған махсус бокстар ҡуйылыуҙа. Санкцияланмаған асырға маташҡанда контейнерҙағы бөтә аҡсаға таҙартып булмаҫлыҡ буяу ҡойоласаҡ. Был купюраларҙы Үҙәк банкта ғына алмаштырып алырға мөмкин.

Рәсәй Һаҡлыҡ банкының инкассация идаралығы баш экономисы Анатолий Зайцевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, юлбаҫарҙар купюраларҙы бер нисек тә ала алмаясаҡ: контейнерҙы нисек кенә асып маташһалар ҙа, махсус бокстар “үҙ эшен эшләйәсәк”.  

Контейнерҙарҙы Швецияның Security Qube System AB фирмаһы эшләгән. Әйткәндәй, Европа өсөн был яңылыҡ түгел: унда буяулы контейнерҙар 20 йылға яҡын файҙаланыла.

Контейнерҙарҙың беренсе партияһын Мәскәү һәм Санкт-Петербург аласаҡ. Аҡрынлап, 2012 йылға тиклем, улар менән Һаҡлыҡ банкының бөтә төбәк подразделениелары йыһазландырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть