3 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2010 йыл, 13:50

Пермдә край һабантуйы үтте

автор: Марина Шумилова

Пермдә шәмбе көндө край һабантуйы үтте. «Пермский» ипподромы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 65 йыллығына арналған байрам майҙанына әйләнде. Пермь крайы — Рәсәйҙең күп милләтле эре төбәктәренең береһе, унда йәшәгән башҡортттар һәм татарҙар һаны ете процент самаһы тәшкил итә. Һабантуй Кама буйындағы иң күләмле һәм халыҡ күп йөрөгән байрамға әйләнгән һәм йыл һайын край хакимиәте ҡатнашлығында крайҙың Башҡорттар ҡоролтайы һәм татарҙарҙың Милли-мәҙәни автономияһы инициативаһы менән үткәрелә. Байрам милли мәҙәниәттең үҙенсәлеген һәм колоритын күрһәтә һәм күптән инде Пермь халҡының яратҡан байрамына әүерелгән. Край һабантуйы алдынан район һәм ҡалалар һабантуйы үтә.

Һабантуйҙы башҡорт һәм татарҙар компактлы йәшәгән 17 муниципалитет делегацияларының тантаналы парады асты. Төп сәхнәлә милли ижади коллективтарҙың сәнғәтен күрһәткән «Пермь крайы – минең яҙмышым» край фестивале үтте. Байрамдың спорт программаһы ла бай ине, милли көрәш уның кульминацияһы итеп ҡабул ителде. Һәр ваҡыттағыса, милли кухня, ҡулланма-биҙәү сәнғәте күргәҙмәләре халыҡ иғтибарын йәлеп итте.

Һабантуйҙа БР мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Пермь халҡына ҡунаҡҡа килгәндәр араһында Башҡорт дәүләт филармонияһының “Карауанһарай”  эстрада-фольклор төркөмө һәм һабантуйҙа башҡорт ихатаһы ҡуйған һәм бай концерт программаһы әҙерләгән Борай районы делегацияһы ла бар ине.

темалар: һабантуй