8 декабрь, Кесе йома

28 июнь 2010 йыл, 13:20

Гусев Рәсәй чемпионатында “көмөш” яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Чебоксарҙа олимпиада дисциплиналарында шоссела велоспорт буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Ир-егеттәрҙең 198 километрға төркөмдә уҙышы Өфөнөң «Ағиҙел» велоүҙәге тәрбиәләнеүсеһе, әлеге «Катюша» про-туры командаһы уҙышсыһы Владимир Гусевҡа “көмөш” алып килде.

Бер аҙға ғына Гусевтан уның «Катюша» командаһы буйынса иптәше Александр Колобнев иртәрәк килде – икеһендә лә бер үк ваҡыт 5:24.05.

Өсөнсө урында -  Александр Миронов («Итера-Катюша»).