Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостандан продукция – «KAZANHALAL 2010» I Халыҡ-ара күргәҙмәһендә

Сәйәсәт

Башҡортостан предприятиелары II Халыҡ-ара ислам бизнесы һәм финанстар саммиты сиктәрендә үткән «KAZANHALAL 2010» I Халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша. Был ҙур сара Татарстан, Башҡортостан, Марий Иле республикаларынан, Силәбе, Һамар, Нижегородка, Пенза, Мәскәү өлкәләренән, Пермь крайынан, шулай уҡ сит илдәрҙән хәләл продукция етештереүселәрҙе йәлеп итте. «Ҡазан» Милли-мәҙәниәт үҙәгендә 40-тан ашыу экспонент шәриғәт ҡанундары буйынса етештерелгән төрлө тауарҙар – өҫ кейеме, косметика, дарыу препараттары, ит һәм һөт продукты, китаптар, сувенирҙар һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итә. Бынан тыш, йәрминкәлә медицина, типография һәм дизайнер хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүсе ойошмалар ҙа ҡатнаша.

Башҡортостандан күргәҙмәлә БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса Комитет сертификаттарына эйә булған предприятиелар ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе өсөн күргәҙмә — ул халыҡ-ара баҙарҙа үҙе тураһында белдереү, үҙ бизнесына инвесторҙарҙың иғтибарын йәлеп итеү һәм хәләл стандартлаштырыуы үҙенсәлектәренең айышына төшөнөү мөмкинлеге. Сит илдәрҙән ҡатнашыусыларға әлегә бик аҙ үҙләштерелгән мосолмандар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр Рәсәй баҙарына беренселәрҙән булып сығыу мөмкинлеге бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть