3 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2010 йыл, 12:21

Сергей Лаврентьев «Ағиҙел йондоҙҙары» фестивален ябыуҙа ҡатнашты

автор: Ольга Колесникова, Марина Шумилова

Уҙған шәмбелә БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Милли банкы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мәрҙәнов һәм БР Президенты Хакимиәте Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеш бүлеге баш консультанты Владимир Савичев «Ағиҙел йондоҙҙары» V Республика хор һәм вокаль музыка фестиваль-конкурсын ябыу тантанаһында ҡатнашты.

Белорет районына сәфәр барышында ҡунаҡтар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе транспорт бәйләнешен тәьмин итеүсе Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлы участкаһы төҙөлөшө менән танышты. Белорет районында төп трасса ҡала аша үтә. Транзит, бигерәк тә йөк транспорты хәрәкәте бында экологик шарттарҙы насарайта, ҡала автотранспорты хәрәкәтен ҡыйынлаштыра, ҡала урамдары юл полотноһының боҙолоуына килтерә. Шуға күрә лә урап үтеү юл участкаһы төҙөү айырыуса зарур. Урап үтеү юл участкаһының оҙонлоғо 21,2 километр тәшкил итә. Ул 2006 йылда уҡ төҙөлә башланғайны. Быйыл юл төҙөүселәр алдында 5 километр оҙонлоғондағы участканы төҙөп бөтөү бурысы тора.

Сергей Лаврентьев «Ар ташы» ял базаһына — Белореттан 15 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, райондың иң билдәле һәм популяр туристик базаларының береһенә барҙы. Турбазаның генераль директоры Александр Работяев ҡунаҡтарға «Ар ташы» турбазаһының тарихы һәм үҫеш перспективалары тураһында һөйләне. Һуңынан Өфө ҡунаҡтары Белоретта төҙөлөп ятҡан балалар поликлиникаһын ҡараны.

Белорет районы буйлап сәфәрҙә ҡунаҡтарҙы Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Владислав Миронов оҙатып йөрөнө.