6 декабрь, Шишәмбе

28 июнь 2010 йыл, 11:49

Мысыр шәйехтәре тыуған иленә ҡайта

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Әл-әзһәр» халыҡ-ара ислам университеты уҡытыусылары шәйех Мөхәммәд Хинди, шәйех Саб Исмаил һәм шәйех Хөсәйен Мөхәммәд Өфөнән тыуған иленә әйләнеп ҡайта. Өс йыл дауамында улар беҙҙең республикала командировкала булды һәм БР мосолмандары Диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәһендә, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә һәм “Нур әл-иман” мәҙрәсәһендә дәрестәр алып барҙы.  Мысырҙан килгән уҡытыусылар Башҡортостандың төрлө райондарында имамдар өсөн күсмә квалификация күтәреү курстарында ла әүҙем ҡатнашты.  

Уҙған йомала БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин етәкселегендә республиканың мосолман руханиҙары Мысырҙан хеҙмәттәштәренә  тантаналы оҙатыу кисәһе ойошторҙо, уларға республиканың барлыҡ мосолмандары исеменән рәхмәтен еткерҙе.

темалар: дин