9 декабрь, Йома

28 июнь 2010 йыл, 11:23

Хөкүмәт, профсоюздар һәм эш биреүселәр араһында республика килешеүенә ҡул ҡуйылды

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә 2011-2013 йылдарға Башҡортостан Хөкүмәте, БР Профсоюздар федерацияһы һәм БР эш биреүселәр берләшмәләре араһында Республика килешеүенә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Никин һәм БР Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шолом үҙ ҡултамғаларын ҡуйҙы.

Документ 11 бүлектән тора һәм социаль-хеҙмәт, улар менән бәйле иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙең дөйөм принциптарын, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса берлектәге ғәмәлдәрҙе билдәләй.

Быйылғы килешеүҙә БР Хөкүмәте тарафынан социаль йүнәлештәге республика бюджетын төҙөү кәрәклеге билдәләнә – Республика килешеүе үтәлешен баһалау критерийҙарында беренсе пункт итеп, Башҡортостан Республикаһы тупланма бюджеты структураһында социаль өлкәгә сығымдар өлөшө 55 проценттан ашып китәсәк, тип билдәләнә.

Был осорҙа тулайым төбәк продуктының йыл һайын үҫеше 5,6 процент тәшкил итәсәк, тип күҙаллана. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса теркәлгән эшһеҙлек кимәлен 1,85 процентҡа кәметергә, ә табышы йәшәү минимумынан кәм булған халыҡ өлөшө 10 проценттан ашмаясаҡ, тип планлаштырыла.  

Производствола имгәнеүселәр һанын кәметеү темптары һаҡлана – хәҙер уларҙың һаны йыл һайын 5 процентҡа кәмей. Килешеүҙә йәштәр мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә. 2013 йыл аҙағына коллектив договорҙарҙың кәмендә 2/3 өлөшөнә йәштәр бүлеге индерелергә тейеш.

Бүлектәрҙә социаль-иҡтисади үҫеш, хеҙмәтсәндәрҙе һәм халыҡты социаль яҡлау, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм хеҙмәт баҙарын үҫтереү, халыҡтың табыштар һәм тормош кимәле өлкәһендә сәйәсәт, хеҙмәтте һаҡлау һәм экологик именлек, социаль партнерлыҡ кеүек өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек принциптары телгә алына.