6 декабрь, Шишәмбе

28 июнь 2010 йыл, 11:02

Руслан Нәсибуллин рапирасылар араһында Рәсәй Кубогын яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Смоленскиҙа фехтование буйынса Рәсәй Кубогында рапирасыларҙың шәхси турнирында Башҡортостандан Руслан Нәсибуллин еңеү яуланы. Ул был программа төрөндә ҡатнашҡан теүәл 50 рапирасыны артта ҡалдырҙы.  

Ярымфиналда һәм финалда Нәсибуллин бер үк 15:14 иҫәбе менән ике Петербург егетен – Артем Седовты һәм Дмитрий Ригинды отто.