7 декабрь, Шаршамбы

29 июнь 2010 йыл, 10:50

Кредит һәм вкладтар буйынса процент ставкалары кәметеләсәк

автор: Эльвира Латипова

Банк кредиттары һәм вкладтар буйынса процент ставкалары түбәнәйеүен дауам итәсәк – шундай фекерен белдерҙе «Башинформ» агентлығында журналистар менән осрашыу барышында Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесе урынбаҫары Радмир Ғәниев.

Уның әйтеүенсә, бөгөнгө көндә коммерция банктарында вкладтар буйынса уртаса ставка 13,1 процент тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көрсөк осоронда, кредит ойошмалары халыҡ аҡсаһын йәлеп итеү өсөн айырыуса әүҙем көрәшкәндә, йылына 15 һәм хатта 17 процент күләмендәге ставкалар һирәк күренеш түгел ине.

Кредит буйынса уртаса ставкалар йыл башынан 1,5-2 процентҡа кәмене һәм бөгөн 14 процент тәшкил итә.

— Әлегә финанс майҙанына, халыҡтың, предприятиеларҙың нимә теләүенә разведка алып барыла. Шулай ҙа Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһының кәметелеүе, предприятиелар иҡтисадының тергеҙелеүе һәм башҡалар менән бәйле, ставкалар кәмеүенә тенденция бар, — тине Радмир Ғәниев.