5 декабрь, Дүшәмбе

28 июнь 2010 йыл, 10:21

Вальтер Гигер етәкселегендә Швейцарияның рәсми делегацияһы килеүе көтөлә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда Швейцария Конфедерацияһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Вальтер Гигер етәкселегендә Швейцарияның рәсми делегацияһы килеүен көтәләр.

Ҡунаҡтарҙың Өфөгә килеү программаһы дүрт көнгә иҫәпләнгән. Сәфәрҙең бөтә төп рәсми саралары 28-29 июнгә планлаштырылған. Атап әйткәндә, дүшәмбе көнө дипломаттың республика етәкселеге менән осрашыуы көтөлә. Шул уҡ көндө Швейцария делегацияһы беренсе вице-премьер, БР финанс министры Айрат Ғәскәров, һунынан Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән һөйләшеүҙәр алып барырға тейеш.

Делегацияның эшлекле өлөшө Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге менән осрашасаҡ.

29 июндә Өфөлә презентация үткәреләсәк, унда ҡунаҡтар Башҡортостанда тормошҡа ашырылған ҙур инвестицион проекттар тураһында тулы мәғлүмәт ала аласаҡ. Шишәмбегә шулай уҡ вице-премьер, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илишев менән осрашыу планлаштырылған. Сәфәр программаһына ҡайһы бер иҡтисад объекттарына барыу ҙа индерелгән.