3 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2010 йыл, 9:06

30 июндә Өфөлә «Бәләкәй бизнесҡа финанс ярҙамы» семинары үтә

автор: Любовь Колоколова

30 июндә Өфөлә, БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығының конференц-залында, эшҡыуарҙар өсөн бушлай «Бәләкәй бизнесҡа финанс ярҙамы» семинары ойошторола.

Семинарҙа 2010 йылға иҫәпләнгән Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше программаһы менән бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк. БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм үҫеш фонды яуаплылығы аҫтында кредит алыу мөмкинлеге тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Семинарҙа ҡатнашыусыларға кредит юллау процедураһы, уның ниндәй ваҡытҡа бирелеүе, түләү һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәктәр.  

Шулай уҡ Рәсәй үҫеш банкының Дәүләт кредитлау прграммаһы иғтибар үҙәгендә буласаҡ.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре саҡырыла. Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 292 72 99.

Семинар 14.00-дә башлана.

темалар: анонс