3 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2010 йыл, 17:25

Суд приставтары дуҫтарса шарждар төшөрә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй суд приставы институтының 145 йыллығы уңайынан үҙ-ара дуҫтарса шарждар конкурсы ойоштора. Хеҙмәт тарихында ул беренсе тапҡыр үтә. Ижади ярыш үткәреүҙең инициаторы – Рәсәй Федераль суд приставы хеҙмәте.

«Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, суд приставтарының көндәлек эшмәкәрлеген кәүҙәләндергән юмористик һүрәттәрҙе конкурс комиссияһы өс номинация буйынса баһалаған:  «Сюжетлы шарж», «Предметлы шарж» һәм «Портретлы шарж».

Конкурстың беренсе этабына йомғаҡтар яһалған да инде. Туймазы һәм Ауырғазы район бүлексәләре суд приставтары уның еңеүселәре тип табылған. Тап уларҙың шарждары республика Идаралығы исеменән ижади ярыштың икенсе этабына тәҡдим ителәсәк, ул Волга буйы федераль округы күләмендә иң яҡшыларҙы билдәләйәсәк.

Конкурстың өсөнсө һәм һуңғы этабы иһә Рәсәйҙәге иң яҡшы эштәрҙе асыҡлаясаҡ.