3 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2010 йыл, 17:53

Республика вуздарында абитуриенттарҙан документтар ҡабул ителә

автор: Эльмира Сабирова

Республика вуздарында ҡабул итеү комиссиялары эшләй башланы. Мәктәпте, башланғыс һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн 12 дәүләт һәм дүрт дәүләткә ҡарамаған юғары профессиональ белем биреү учреждениелары үҙ ишектәрен асты.  

Абитуриенттар ғаризаларын һәм вузға инеү өсөн кәрәкле документтарын 25 июлгә тиклем тапшыра ала. Почта элемтәһе хеҙмәтләндереүе менән файҙаланырға ҡарар итеүселәргә документтарын 10 июлгә тиклем ебәрергә кәрәк. Быйыл юғары уҡыу йортона ҡабул итеү, былтырғы кеүек, берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса үткәреләсәк.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, БДИ тураһында таныҡлыҡта мотлаҡ дисциплиналар — рус теле һәм математика, шулай уҡ һайлап тапшырған предметтар буйынса балдар ҡуйылырға тейеш.

Вузға уҡырға инеү өсөн ҡабул итеү комиссияһына түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк: ҡабул итеү тураһында яҙма ғариза, абитуриенттың шәхесен, уның гражданлығын раҫлаусы документтарҙың төп нөсхәһе йәки раҫланған күсермәләре, белеме тураһында дәүләт өлгөһөндәге документ, БДИ һөҙөмтәләре тураһында таныҡлыҡ, кәрәк тиклем фотографиялар.

БР Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тураһында таныҡлығы булмаһа, абитуриент уны тапшырыуы һәм һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәттәрҙе ғаризаһында күрһәтә ала. Ҡабул итеү комиссиялары быйыл БДИ-ла ҡатнашыу тураһында мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн, шулай уҡ БДИ һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәтте берҙәм имтихан һөҙөмтәләре тураһында таныҡлыҡтарҙың федераль базаһы аша тикшерергә тейеш.

темалар: мәғариф