8 декабрь, Кесе йома

25 июнь 2010 йыл, 16:49

Археология һәм этнография музейына ике йөҙҙән ашыу бала килде

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты, Өфөнөң Киров районы хакимиәте һәм «Йәшлек» ОДПКМ МУ-һы Археология һәм этнография музейында Асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе.

Музейға Өфөнөң “Йондоҙ”, «Орбита», «Улыбка» һәм башҡа үҫмерҙәр клубынан 200-ҙән ашыу бала килде. Музей коллекциялары менән уларҙы институт хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары таныштырҙы.    

Археология һәм этнография музейы спонсоры — «Урал Лото» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте балаларға «Йәшлек» ОДПКМ МУ-һы китапханаһы өсөн балалар ҙәбиәте комплектын бүләк итте.

темалар: музейҙар