Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Салауат районында Байыҡ сәсәндең 300 йыллығын билдәләйәсәктәр

Йәмғиәт

2010 йылда сәсән Байыҡ Айҙарҙың тыуыуына 300 йыл тула. Ул халыҡта шағир-импровизатор, йырсы, бейеүсе генә түгел, ҡыйыу яугир, мәргән уҡсы, данлыҡлы дипломат, ғәҙеллек һәм азатлыҡ өсөн көрәшсе булараҡ та дан ҡаҙанған. Мөһим дата хөрмәтенә сәсәндең тыуған яғында, Салауат районында, байрам саралары планлаштырылған. 26 июндә унда «Байыҡ йыйыны» район фольклор байрамы үтәсәк.

Саралар программаһында сәсәндәр бәйгеһе, театрлаштырылған тамаша, халыҡ уйындары, художестволы үҙешмәкәрлек концерты ҡаралған.

Тантана сиктәрендә шулай уҡ Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейына экскурсия, Арҡауыл ауылында Байыҡ Айҙар сәсән стелаһына сәскәләр һалыу планлаштырылған. Унда Башҡортостан Республикаһының күренекле ғалим-фольклорсылары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре: Рауил Бикбаев, Розалия Солтангәрәева, Мирас Иҙелбаев, Таңсулпан Ғарипова, Әхмәт Сөләймәнов ҡатнашасаҡ.

Сәсәндәр бәйгеһендә республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан 20-ләп сәсән ҡатнашыуы көтөлә.

Ҡатнашыусылар шиғыр, йыр йәки бейеү сәнғәте жанрҙарында үҙҙәрен күрһәтергә тейеш. Байыҡ Айҙарҙың ижади мираҫынан әҫәр башҡарыу мотлаҡ шарт булып тора.  

Конкурстың киләһе этабы сәсәндәрҙең бирелгән темаға импровизацияһын күҙаллай. Был конкурста башҡорт музыкаль ҡоралдарын: думбыра, ҡурай, ҡумыҙ ҡулланыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть