9 декабрь, Йома

25 июнь 2010 йыл, 15:48

Мортаза Рәхимов йәштәр байрамында ҡатнашты

автор: Сергей Захаров | фото: Альберт Загиров

Бөрйән районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Бөтә Рәсәй йәштәр көнөнә арналған йәштәр байрамында ҡатнашты.

Программаны Сибай дәүләт филармонияһының бейеү ансамбле һәм Бөрйән районының балалар ижади коллективтары башҡарыуында «Сал Урал» хореографик сюитаһы асты.

«Ирәндек» студенттар төҙөлөш отряды һәм “Бергә” төбәк йәмәғәт йәштәр ирекле хәрәкәте агитбригадалары үҙҙәренең бейеү һәм вокаль оҫталығын күрһәтте.  

Концертта ҡатнашыусылар араһында «Ғаилә — Рәсәй ғорурлығы» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе, Баймаҡ районынан Хәсәновтар ғаиләһе лә бар ине.

Байрамда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, төбәк башлығы, Башҡортостанда һәләтле йәштәргә ярҙам итеүгә, уларҙың ижади потенциалын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне. Республиканан егеттәр һәм ҡыҙҙар Бөтә Рәсәй инновацион конкурстарында һәм проекттарында даими ҡатнаша.  

Йәштәр байрамы ваҡытында Башҡортостан Президенты Көньяҡ Уралдың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан 12 йәш ғаиләгә торлаҡҡа сертификаттар тапшырҙы. Улар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә республика дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашыусылар.

Йәш ғаиләләрҙе шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, Мортаза Рәхимов, республикала йәш ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә ҙур иғтибар бирелә тип билдәләне. Һуңғы ете йылда ун меңдән ашыу йәш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Быйыл ғына 224 йәш ғаилә 35 миллион һумға субсидия алды.