Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Йәштәр делегацияһы Екатеринбургта Евразия иҡтисад форумында ҡатнаша

Йәмғиәт

Башҡортостандың йәштәр делегацияһы 27 — 29 июндә Екатеринбургта үтәсәк III Евразия иҡтисад форумының ярымфиналында ҡатнашасаҡ. Уның составында — йәш ғалимдар, артистар һәм йәмәғәт берләшмәләре активистары. Форумдың йәштәр блогында улар «Традиция — модернизация нигеҙе» темаһына диссертация тәҡдим итәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында билдәләүҙәренсә, был эштә йәштәребеҙ “йәмғиәтте һәм кешене лайыҡлы үҫтереү һәм модернизациялау нигеҙе нимәлә?” “хәҙерге мәғлүмәт йәмғиәтендә лидер ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?” кеүек һорауҙарға яуап алырға маташты ла инде.

Әйткәндәй, был эш 1-2 июлдә Астана ҡалаһында (Ҡаҙағстан) III Астана иҡтисад форумы сиктәрендә үтәсәк ошондай уҡ сарала ла тәҡдим ителәсәк.  

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть