3 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2010 йыл, 14:31

Карл Кулесса менән эш осрашыуы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

25 июндә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов БМО-ның Халыҡтар һаны өлкәһендәге фондының (ЮНФПА) Рәсәй Федерацияһындағы вәкиле Карл Кулесса менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә ЮНФПА вәкиле халыҡтар өлкәһендә хеҙмәттәшлектең Ҡаһирә программаһын ҡабул итеүҙең 15 йыллығы сиктәрендә үткәрелгән «Рәсәйҙең һәм уның төбәктәренең демографик үҫеше» Бөтә Рәсәй мәктәп-семинары эшендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыу ваҡытында Башҡортостандың социаль һәм демографик үҫеш мәсьәләләре тикшерелде. Яҡтар йәмғиәттә демографик проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итеүсе мөһим фактор булараҡ, ғаилә институтына дәүләт ярҙамы һәм уны артабан үҫтереү механизмдарын ҡараны.  

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республикала халыҡтың һаулығын һаҡлау, тыуымды арттырыу, үлемде кәметеү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса күрелгән саралар хаҡында һөйләне. Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда әсәйҙәр статусын яҡлау буйынса әүҙем эш үткәрелә.  

ЮНФПА вәкиле Карл Кулесса, Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда, тыуымды арттырыу мәсьәләләре күпкә сифатлыраҡ хәл ителә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Һеҙҙә бөтә был проблемаларҙы хәл итеүҙең аныҡ линияһы булдырылған, үҫеш факторҙары бар, ғаиләләрҙә балалар һаны арта, — тип билдәләне Карл Кулесса.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БР Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡ тикшеренеүҙәре институты директоры Рим Вәлиәхмәтов ҡатнашты.