3 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2010 йыл, 11:58

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Бөрйән районында

автор: Сергей Захаров

Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Бөрйән районына юлланды.

Республика башлығын БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин оҙатып йөрөй.

Президент Бөтә Рәсәй йәштәр көнөнә арналған йәштәр байрамында ҡатнашасаҡ. Визит сиктәрендә Мортаза Рәхимов республиканың көньяҡ райондарында йәшәгән ғаиләләргә балалары тыуыу айҡанлы сертификаттар тапшырасаҡ.

Шулай уҡ Мортаза Рәхимов республикала туризмды үҫтереү буйынса комплекслы программаны ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төҙөлөүсе «Морат туғайы» туристик базаһын ҡарарға ниәтләй.