10 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2010 йыл, 11:37

Башҡортостандың ун районында урман янғыны хәүефе арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Урман янғындары сығыу мөмкинлеге арҡаһында Башҡортостандың ун районында — Әбйәлилдә, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбуллала ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, режим махсус күрһәтмәгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

БР Урман хужалығы министрлығына бар көстәр һәм сараларҙы урман янғындарын һүндереүгә әҙерлек хәленә еткереү,  урмандарҙа янғын хәүефһеҙлегенең тәьмин ителешен күҙәтеүҙе көсәйтеү, патрулгә сығыуҙы һәм һөрөүҙө ойоштороу бурысы йөкмәтелгән. Ведомствоға шулай уҡ урман тергеҙеү объекттарында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар күрергә һәм ҡоролоҡтан зыян күргән урман культуралары майҙандарын иҫәпкә алырға ҡушылған.  

— Әлеге ваҡытта урмандарҙы һауанан күҙәтеү өсөн авиаосоштар иҫәбе арттырылды, — тип аңлатма бирҙе БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин. – Был ситуацияны контролдә тоторға һәм янғын башланған осраҡта оператив саралар күрергә мөмкинлек бирә. Ағымдағы янғын хәүефе булған осорҙа республикала 189 янғын теркәлгән, шуларҙың һигеҙе ҙур янғын категорияһына индерелгән.  Ут үткән дөйөм майҙан 3545 гектар тәшкил итә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, быйылғы янғындарҙың күбеһе йәшен разряды һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Ямғырһыҙ ҡоро йәшен урман фондына ярайһы ҙур зыян килтергән. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы ерҙәренә ут төртөү арҡаһында башланған янғындар иҫәбенең кәмеүе күҙәтелә.